Катын ҡыҙҙар көнө
7 март көнө мәҙәниәт (с.Мурадым)йортобоҙҙа Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған кисә уҙҙы. Байрам концерты бик шәп үтте! Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр уйын-көлкө, хисле шиғырҙар менән үрелеп барҙы.
Ильясова Нурия апайҙың шәп шиғыры, Исанбаева Альфира апайҙың моңло йыры, кескәй Әлфинә менән Яҙгөл Ғәҙелшиналарҙың сығышы байрамды йәмләне. Шулай уҡ байрамыбыҙға үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыш яһауы сағыу төҫ керетте. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, Ҡурайсылар ансамбле, Лукманов Венер, Аетбаев Зөлфәт, Валитов Иншар ҡатнашлығында вокаль трио сығыштары тамашасының күңеленә хуш килде. Мәҙәниәт йортоноң йөҙөк ҡашы булған “Умырзая” коллективының дәртле бейеүҙәрен ауылдаштарыбыҙ көслө алҡыштар менән ҡабул итте.
Мораҙым ауыл күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто коллективы байрамды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан артистарыбыҙға оло рәхмәтен белдерә. Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һеҙгә! Айырым ҡотлауыбыҙҙы мәҙәниәт йортобоҙҙоң үҙешмәкәр түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға еткерәбеҙ! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.